Ул күп ректорҙар менән һөйләшеү алып барыуын, уларҙың һанлы технологиялар менән йәйге сессияларҙы уҙғарырға әҙер булыуҙарын да билдәләне.
– Ҡайһы бер университеттарҙа сығымдар бар, шулай ҙа, дөйөм алғанда, юғары мәктәп был уҡыу системаһына яраҡлашҡан, – тине ул.
Оҙаҡламай министрлыҡ йәйге сессияны үткәреүгә әҙерлек буйынса аныҡ мәғлүмәттәрҙе бөтә юғары уҡыу йорттарынан да һорап аласаҡ.
Ә ҡабул итеү кампанияһына килгәндә, уны дистанцион форматта уҙғарырға тырышырға кәрәк, тип белдерҙе. Әгәр ҙә элек ҡаҙна урындарында уҡыу өсөн документтарҙы 20 июлгә тиклем тапшырырға кәрәк булһа, быйыл – 10 авгусҡа тиклем.