+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
12 Апрель 2020, 11:59

«Гагарин дәрестәре» бишенсе тапҡыр үтәсәк

Рәсәй мәктәптәрендә һәм донъяның 100-гә яҡын илендә Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнөнә арнап «Гагарин дәрестәре» старт алды. Ул уҡыу йылының иҫтәлекле көндәренә индерелеп, бишенсе тапҡыр ойошторола. Коронавирус таралыуы сәбәпле, быйыл дәрес дистанцион рәүештә үткәреләсәк.

«Гагарин дәрестәре» беренсе тапҡыр 2016 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагариндың йыһанға осоуына 55 йыл тулыу айҡанлы уҙғарыла. Был башланғысты космонавтың ғаиләһе лә хуплай.
Быйыл дәрес Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм йыһандағы әһәмиәтле көндәргә бағышланасаҡ. Бөтә мәктәптәр үҙҙәренең онлайн-дәрестәрен социаль селтәрҙәргә #Гагаринскийурок2020 хэштегы менән һала ала. Уларҙың иң-иңдәре автографлы китаптар менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас: