+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
17 Апрель 2020, 10:36

«Еңеү өсөн – 100 балл» акцияһы старт алды

«Еңеү өсөн – 100 балл» Бөтә Рәсәй акцияһы башланды. Быйыл ул беренсе тапҡыр онлайн рәүештә үтәсәк.

Акция Хәтер һәм дан йылына арнала. Элекке 100 балл йыйыусылар сығарылыш синыф уҡыусыларына тарихтан БДИ-ны нисек уңышлы тапшырыу хаҡында һөйләйәсәк.
Сара сиктәрендә БДИ-ла 100 балл йыйыусы былтырғы һәм быйылғы сығарылыш синыф уҡыусылары оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк, имтиханға уңышлы әҙерләнеү буйынса үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Был юлы уларға оҫталыҡ дәрестәрен видеоға яҙҙырырға йәки социаль селтәрҙәр аша тура бәйләнештә осрашыуҙар үткәрергә тәҡдим ителә. Ниндәй төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәр теләүсе спикерҙарға һорауҙарын да бирә ала.
Читайте нас: