Социаль объектты төҙөү ғинуар айында башланғайны, төҙөлөш-монтаж эштәре графиктан өс айға алдараҡ алып барыла. Донъяла, беҙҙең республикабыҙҙа килеп тыуған эпидемиологик хәл, шулай уҡ ваҡытлы сикләүҙәр булыуға ҡарамаҫтан, бында эштәр һис туҡтатылмай.
Матбуғат хеҙмәтенең мәғлүмәттәре буйынса, 13708,65 квадрат метр майҙансыҡтағы яңы социаль объект «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Унда 640 уҡыусы һәм 160 бала йөрөйәсәк.