-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
23 Апрель 2020, 16:39

Уҡыусылар ҙа тиҫтерҙәрен һағынған

Ғәҙәти белем алыу системаһы тулыһынса дистанцион уҡыуға алыштырылмаясаҡ. Был турала онлайн рәүештә үткәрелгән матбуғат конференцияһында Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.

– Әлеге көндә беҙ туплаған тәжрибә һәм беҙҙә булған хәл мәктәптә белем биреүҙең бөтә әһәмиәтен күрһәтә. Уҡыусыларҙың парта артында уҡырға, тиҫтерҙәре менән осрашырға теләүҙәре хаҡында күп хаттар алам, шылтыратыуҙар ҡабул итәм. Уҡытыусыларҙың да эш урындарына кире ҡайтҡылары килә. Әгәр хәлдәр һәйбәтләнһә, мәктәптәр ҡабаттан ишектәрен асасаҡ. Беҙ, әлбиттә, ғәҙәти мәктәпте дистанцион уҡыуға алыштырмаясаҡбыҙ, – тине ул.
Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, әлеге көндә алған баһалап бөткөһөҙ тәжрибә белем биреү сифатын күтәреү өсөн ҡулланыласаҡ. Шулай уҡ ауырып китеп, өйҙә ултырған балалар менән эшләгәндә лә.
Читайте нас: