«Пушкин диктанты» йәмәғәт акцияһы 6 июндә үтәсәк. Ул, ғәҙәттәгесә, Урыҫ теле һәм Рәсәйҙә Пушкин көндәренә ярашлы ойошторола. Акцияны үткәреү менән мәғариф һәм фәнде үҫтереү буйынса Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы комиссияһы, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы шөғөлләнә.
Үткән йыл әлеге акцияла 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, быйыл да ошо һандан да ҡатнашыусылар кәм булмаҫ, тип өмөт итә ойоштороусылар.