-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Төп дәүләт имтихандары ла булмаҫмы икән?

Пандемия шарттарында, туғыҙынсылар математика һәм урыҫ теленән генә имтихан бирәсәк, тип хәл ителгәйне. Ләкин бөгөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры Сергей Кравцов Россия-24 телеканалындағы "Диалог" тапшырыуында Төп дәүләт имтиханынын бөтөнләй үткәрмәү ихтималлығы тураһында белдергән.

Әгәр коронавирус арҡаһында илдә был һынауҙан баш тартһалар, аттестатҡа уҡыусыларғың бығаса алған билдәләренә ҡарап, баһа ҡуйыласаҡ.
Сергей Кравцов күп атай-әсәйҙәрҙе борсоған һорауға ла яуап биргән. "Күптәрҙе борсоған көнүҙәк һорау: уҡыусылар бынан һуң ошо режимда ғына уҡымаҫмы? Юҡ, улай булмаясаҡ. Беҙ бер ҡасан да традицион мәктәптән, традицион дәрестәрҙән баш тартмаясаҡбыҙ һәм уҡыусыларҙың бер-береһе менән аралаша алмауына юл ҡуймаясаҡбыҙ."
Әлегә Берҙәм дәүләт имтихандары 8 июндә башланасаҡ, тигән мәғлүмәт бар. Министр әйтеүенсә, 12 майҙан һуң коронавирус пандемияһына бәйле эпидемиологик хәлгә ҡарап, күсереүҙәре лә ихтимал. "Имтихандарҙы уҡыусыларҙың һаулығына хәүеф янамаясағына ышаныс булғанда һәм Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте талаптарына яуап биргән мәлдә генә үткәрәсәкбеҙ", - тип белдергән Кравцов.
Читайте нас: