Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн был һынау 6 майҙа үтергә тейеш ине. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары менән 6 – 8 май ял көндәре тип иғлан ителгәс, йомғаҡлау иншаһы ла был көндәрҙә уҙғарыла алмай. Шуға резерв көнө тип 25 май билдәләнде. Әгәр ҙә илдәге эпидемиологик хәл арҡаһында ҡайһы бер төбәктәрҙәге сикләүҙәр һынауҙы үткәрергә мөмкинлек бирмәһә, был төбәктәр өсөн Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт яңы тапшырыу ваҡытын билдәләйәсәк.