Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығында Берҙәм дәүләт имтихандарын да һуңғараҡ күсереү тураһында уйлауҙары тураһында белдергәндәр. Быҡа тиклем БДИ 8 июнгә күсерелгәйне, имтихандар теҙмәһе лә төҙөлдө. Әммә пандемия арҡаһында һынауҙарҙы тағы ла кисектерергә тура килер, ахырыһы. Министр Сергей Кравцов белдереүенсә, был турала 12 майҙан һуң билдәлерәк буласаҡ.
Әле Рәсәй коронавирус йоҡтороусылар һаны буйынса донъяла Америка, Испания, Италия, Бөйөк Британия, Франция, Германиянан ҡала 7-се урында.