+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда уҡыу йылы тамамланыу ваҡыты билдәле булды

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн үткәргән кәңәшмәлә мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, башланғыс синыфтарҙың уҡыу йылы 22 майҙа тамамланасаҡ.

V - XI синыфтар өсөн иһә 29 майға тиклем дауам итә. Радий Хәбиров балаларҙың быйылғы уҡыу йылын аҙағынаса еткереп ҡуйыуын хуплауын белдерҙе. Ул шулай уҡ ун беренселәрҙең планшеттар менән тәьмин ителеүен айырыуса контролдә тоторға ҡушты. Гаджеттар етешмәүе сәбәпле Берҙәм дәүләт имтихандарында насар һөҙөмтәләр булмаҫҡа тейеш, тип белдерҙе.
Әйткәндәй, Мәскәү мэрының рәсми сайтында яҙылғанса, баш ҡала уҡыусыларына 15 майға уҡ йыллыҡ баһаларын ҡуясаҡтар. Бынан һуң да дистанцион дәрестәр дауам итәсәк. Әммә уларҙа теләк буйынса ҡатнашырға мөмкин һәм билдәләр ҡуйылмаясаҡ.
Читайте нас: