+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Берҙәм дәүләт имтиханын һәр кем тапшырмаһа ла була

Дуҫтар, быйылғы Берҙәм дәүләт имтиханына бәйле һуңғы яңылыҡтарҙы ишеттегеҙме әле?

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы сайтында яҙылғанса, Берҙәм дәүләт имтиханы 8 июндә башланмай, уны үткәреү ваҡыты һуңғараҡ күсерелә. Был турала тиҙҙән хәбәр итәсәктәр.
Тағы бер яңылыҡ: кемдәр мәктәпте тамамлағас юғары уҡыу йортона инергә теләмәй, улар БДИ-ны бирмәһә лә була. Аттестаттарына уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса билдәләр ҡуйыласаҡ. Юғары белем алырға теләүсе сығарылыш синыфы уҡыусылары иһә ҡайҙа, ниндәй йүнәлеш буйынса уҡырға инеүҙәренә ҡарап, ике фәндән Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға тейеш була.
Туғыҙынсы синыфтар өсөн урыҫ теле һәм математиканан мотлаҡ имтихандарҙы ла үткәрмәү планлаштырыла. Билдәләр уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: