Беренсе дәрес төрлө синыфтарҙа төрлө ваҡытта башланырға тейеш, тәнәфестәр ҙә төрлө ваҡытҡа тура килә. Һәр синыфҡа бер уҡыу бүлмәһе беркетелә. Мәктәпкә ингәндә бөтәһенең дә температураһын үлсәйҙәр. Шулай уҡ ҡулдар өсөн зарарһыҙландырыусы шыйыҡсалар ҡуйыла. Синыфтағы уҡыусылар һанын кәметеү тәҡдим ителә. Дөйөм саралар үткәреү тыйыла. "Тажлы" вирус ныҡ таралмаған ҡайһы бер төбәктәрҙә, ауыл ерҙәрендә уҡыусылар мәктәпкә йөрөй башлаған, тиҙәр. Яңы ҡағиҙәләр буйынса уҡыуҙы күҙ алдына килтерәһегеҙме?