-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан студенттары БДИ-ла федераль күҙәтеүсе буласаҡ

Республикабыҙҙан 100 студент Берҙәм дәүләт имтиханының федераль инспекторы сертификатын алыу өсөн дистанцион уҡыу үтә. Унан һуң уларға йомғаҡлау аттестацияһын тапшырырға тура киләсәк.

Федераль йәмәғәт күҙәтеүселәренең төп маҡсаты – БДИ-ны үткәреү тәртибен күҙәтеүҙә тотоуҙы тәьмин итеү, ҡатнашыусылар, шулай уҡ ойоштороусылар яғынан да тәртип боҙоуҙарҙы тикшереү. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, улар һынау барышына ҡамасауламаҫҡа, бөтә тәртип боҙоуҙарҙы еткереп торорға тейеш.
Әйткәндәй, былтыр Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә 7 мең 500-гә яҡын студент федераль йәмәғәт күҙәтеүсеһе булған.
Читайте нас: