+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

БДИ 29 июндә башланасаҡ

Ниһайәт, был һорауға асыҡлыҡ индерелде, бөгөн илдәге мәғарифҡа бәйле видеокәңәшмәлә Владимир Путин, имтихандар 29 июндә башланасаҡ, тип белдерҙе.

Ул әлеге ваҡытта ун беренселәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен иң ныҡ борсоған һорауға айырым туҡталып үтте. "Коронавирус менән бәйле ҡатмарлы хәл айҡанлы, Берҙәм дәүләт имтиханын бөтөнләй үткәрмәҫкә тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Әммә һынауҙың был төрө унар йыл дауамында белемде баһалау буйынса эффектив ысул булып ҡала", - тине.
Берҙәм дәүләт имтиханын быйыл юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр генә тапшырасаҡ һәм был ваҡытлыса күренеш. Ә аттестат бөтә уҡыусыларға ла бирелә. Августа тағы бер тапҡыр тапҡыр БДИ биреп ҡарарға мөмкинлек буласаҡ. Вуздарға ҡабул итеү ҙә августа була. Тағы бер яңылыҡ: быйылғы сығарылыш синыфы уҡыусылары әрмегә көҙгө саҡырылышта ҡатнашмаясаҡ.
Читайте нас: