Полилингваль мәктәптәр – уҡытыу бер нисә телдә алып барылған хәҙерге заман учреждениелары. Улар яңы технологиялар менән йыһазландырылған. Көндөң тәүге яртыһында балалар уҡый, ә икенсеһендә спорт, һынлы сәнғәт, музыка, бейеү буйынса өҫтәмә дәрестәр уҙғарыла, театр, тел клубтары, түңәрәктәр эшләй. Унан тыш, бишенсе синыфтан йүнәлешле уҡытыу башлана.