Уны Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора. 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк сараның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләргә ярҙам итеү.
Мәктәп кәрәк-яраҡтары «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә йыйыла.
Иғтибар итегеҙ: дәфтәр, ручка, ҡәләм, альбом һәм башҡа канцелярия тауарҙары яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, әҙәби китаптар – яңы булмаһа, таҙа, һәйбәт торошта булырға тейеш.
Ярҙам Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә тапшырыласаҡ. Изге саранан ситтә ҡалмайыҡ!Әйткәндәй,былтыр 7816 балаға дөйөм суммаһы 9 миллион һумдан ашыу булған ярҙам күрһәтелгән.