1 сентябрҙә Белем көнөнә арналған дөйөм тантаналар ҙа булмаҫмы икән ни, тип борсолғайныҡ. Ысынлап та, булмай икән шул. Был турала кисә Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Сергей Кравцов коронавирус пандемияһы һәм мәғарифҡа арналған халыҡ-ара кәңәшмәлә белдергән. "Коронавирус пандемияһы таралыуынан һаҡланыу маҡсатында алдағы уҡыу йылын саҡ ҡына икенсерәк форматта үткәрәсәкбеҙ, әммә мәктәптә уҡыуҙан баш тартмайбыҙ", - тигән ул.