+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Республиканың 12 мәғариф ойошмаһы грант ала

Башҡортостанда республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарын алыу буйынса конкурста еңеүселәр исемлегендә 12 мәғариф учреждениеһы бар.

Улар - Башҡорт дәүләт университеты, 44-се күп йүнәлешле полилингваль мәктәп, 65-се татар гимназияһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы, Республика инженер интернат-гимназияһы, Өфө районы Балалар ижады йорто, Салауат ҡалаһындағы 21-се мәктәп, Тәтешлеләге 1-се мәктәп, Көйөргәҙе районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылы балалар баҡсаһы, Учалы районының Советтар Союзы Геройы Ж.Г.Сөнәғәтуллин исемендәге Иманғол мәктәбе, Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин мәктәбе.
Һүрәттә: Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы. Афариндар!
Читайте нас: