-6 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
21 Июль 2020, 18:51

Cығарылыш балдары нисек үтер?

25 июлдә Башҡортостанда сығарылыш кисәләре үтергә тейеш.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығында үткән кәңәшмәлә министр Айбулат Хажин ошо турала һөйләгән. Беренсенән, бөтә санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Күп халыҡ йыйылған саралар үткәреп, коронавирус таралыу хәүефен тыуҙырырға ярамай. Икенсенән, республика Башлығы указы буйынса 50-нән артыҡ кеше бер сараға йыйылырға тейеш түгел. Беҙҙә был талап мотлаҡ күҙ уңында тотоласаҡ. Өсөнсөнән, Айбулат Хажин уҡыусыларға һәм атай-әсәйҙәргә мәҙәниәт һәм дөйөм туҡланыу учреждениеларына бармаҫҡа кәңәш итә. Унда битлек режимы ла, социаль аралыҡ һаҡлау талабы ла үтәлмәйәсәк, әлбиттә. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, синыфташтар, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр бергә йыйылып, һаубуллашыу кисәһе үткәреү мөмкинлеге юҡ, тиергә мөмкин.
Өфө ҡала хакимиәтендә уҙған кәңәшмәлә вице-мэр Алина Сөләймәнова, баш ҡала белем усаҡтарында эпидемиологик хәлгә бәйле оффлайн сығарылыш кисәләре булмаясаҡ, тип хәбәр иткән дә инде.
Фото:wm.ru
Читайте нас