+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

Республиканың белем усаҡтарында мәктәп менән хушлашыу саралары уҙҙы.

Әлбиттә, эпидемиологик хәл менән бәйле ҙур тантаналар ойошторолманы. Әйтәйек, Өфө мәктәптәрендә ун беренселәр өсөн "Сығарылыш альбомы", "Хушлашыу синыф сәғәте", "Хәтирәләр кисәһе" исемле саралар үтте.
Республиканың бөтә белем усаҡтарында ла оло тормош юлына аяҡ баҫыусы йәштәр өсөн йыйнаҡ ҡына һаубуллашыу кисәләре ойошторолдо. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан Айгөл Сөләймәнова бына нимәләр һөйләне:
- Быйыл Әбделмәмбәт мәктәбендә 18 уҡыусы XI cиныфты тамамланыҡ. Һуңғы ҡыңғырау байрамыбыҙ онлайн форматта үтһә, сығарылыш кисәһен мәктәптә үткәреү бәхетенә эйә булдыҡ. Тәү сиратта белем биргән барлыҡ уҡытыусыларыма, онотолмаҫлыҡ, күңелле мәктәп йылдары бүләк иткән cиныфташтарыма, дуҫтарыма рәхмәт. Киләсәктә лә бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, ярҙам ҡулын һуҙып, күрешеп йәшәрбеҙ, тигән ышаныста ҡалам.
Байрамыбыҙҙың һуңғы өлөшөндә усаҡ алдында гитара көйөнә йырлап, бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлаштыҡ, Аҡбейектең иң башына менеп таң ҡаршыланыҡ.
Аттестаттар - ҡулыбыҙҙа, ә артабан беҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, күңеллерәк студент тормошо көтә. Ҡайҙа, ниндәй генә уҡыу йорттарына инһәк тә, иң мөһиме, кешелекле булып ҡалайыҡ. Уҡытыусыларыбыҙҙы, атай-әсәйҙәребеҙҙе уңыштарыбыҙ менән ҡыуандырып торайыҡ.
Читайте нас: