Белеүегеҙсә, был туралағы указға Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо йылдың апрелендә ҡул ҡуйғайны. Быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусылар 127-гә еткән. Улар иҫәбендә химиянан - 35, урыҫ теленән - 25, информатиканан 20 уҡыусы.
"Әле 106 уҡытыусының премия аласағы билдәле. Әммә БДИ буйынса аппелляция һөҙөмтәләре иртәгә генә билдәле буласаҡ, шуға уларҙың һаны саҡ ҡына үҙгәреүе лә мөмкин," - тип белдерә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф фән һәм министры Айбулат Хажин.