Үткән уҡыу йылында, яҙ көнө, коронавирус пандемияһы арҡаһында дистанцион уҡыуға күсеү сәбәпле, IV - VIII cиныф уҡыусылары өсөн тикшереү эштәре үткәрелмәй ҡалғайны. Бына хәҙер, улар V - IX синыфҡа күскәс, ойоштороласаҡ.
Бөтә Рәсәй тикшереү эштәренең һөҙөмтәләре уҡыусылар, уҡытыусылар һәм атай-әсәйҙәр өсөн мөһим. Балаларҙың белем кимәлен билдәләргә, нимәгә нығыраҡ иғтибар бүлергә, ҡайһы темалар буйынса күберәк эшләргә кәрәклеген белергә ярҙам итәсәк. Шуға күрә тикшереү эштәренең уҡыу йылы башында үтеүе отошлораҡ та, тип һанайҙар.