Төп тема - "Мәғарифтағы һанлы трансформация - традицион уҡытыуҙың перспективалары һәм яңы мөмкинлектәре". Пленар ултырыш оффлайн үтһә лә, дискуссия майҙансыҡтары онлайн-форматта эшләйәсәк.
Сарала белем биреүҙә һанлы технологияларҙы ҡулланыу, дистанцион уҡытыу ваҡытында алған тәжрибәләрҙе ҡулланыу һәм камиллаштырыу, ошо режимда уҡыусыларҙың психологик һаулығын һәм хәүефһеҙлеген ҡайғыртыу, билингваль һәм полилингваль уҡытыу шарттарында туған һәм дәүләт телдәрен үҫтереү, һаҡлау һәм башҡа мәсьәләләр тикшереләсәк.
Август кәңәшмәһендә Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесенең, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән комитеты рәйесе урынбаҫарының һәм башҡа спикерҙарҙың сығыш яһауҙары көтөлә. Сара Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми ютуб-каналында трансляцияланасаҡ.