Онлайн-мәктәп 10 августа асылған һәм эшен ай аҙағына тиклем дауам итәсәк. Уҡытыу ете фән – математика, информатика, химия, физика, биология, музыка буйынса алып барыла. Унан тыш, уҡыусыны шәхси яҡтан үҫтереүсе курстар ҙа бар. Улар араһында «Маҡсатҡа ирешеү траекторияһы», актёрлыҡ оҫталығы, сәхнә теле һәм «Үҙеңде таны» психологик күнекмәһе иғтибарға лайыҡ .
– Онлайн-мәктәптә уҡыу видеодәрес материалдарын өйрәнеүҙән һәм практик эштәрҙе башҡарыуҙан тора. Балаларға белемде юғары уҡыу йорттары һәм республика мәктәптәренең иң тәжрибәле педагогтары бирә, – тип билдәләй мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат сәркәтибе Лина Сарбаева.