Воскресенское һәм Нордовка ауылдарындағы белем усаҡтары юғары технологиялы, шул иҫәптән 3D-принтер, виртуаль ысынбарлыҡ башлығы, квадрокоптерҙар, медиа ҡоролмалар, шулай уҡ тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен өйрәнеү һәм тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн ҡоролмалар менән йыһазландырыласаҡ. Шул айҡанлы уҡыусылар социаль-гуманитар йүнәлешендә һәм проект эшмәкәрлегендә үҙҙәренең һәләттәрен асыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ҡыҙҙар һәм егеттәр һанлы технологиялар менән эшләү буйынса оҫталыҡ та аласаҡ.
Үткән йылдан башлап Мәләүез районы «Хәҙерге заман мәктәбе» төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Уның сиктәрендә Первомайский, Ергән, Һарыш мәктәптәрендә «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре булдырылған.