-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
11 Сентябрь 2020, 15:39

"Изге мәктәп" проекты

Ул «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балаларға уҡытыу өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында булдырылған.

Был проект үҙенсәлектәре булған ҡыҙҙар һәм малайҙарға белем биреү программаларын яҡшыраҡ үҙләштерергә, һәләттәрен үҫтерергә, киләсәк өсөн һөнәри йүнәлеште билдәләргә ярҙам итәсәк.

Бындай «Изге мәктәп»тәр яңы уҡыу йылынан Октябрьскийҙың 19-сы һәм Бәләбәйҙәге махсус мәктәптәрҙә эшләй башланы. Баш­ҡортостанда ошондай учреждениеларҙы йыһазландырыуға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 15 миллион һум аҡса бүленгән. Әлеге белем биреү усаҡтарында уҡыу бүлмәләре бөтөнләй икенсе төҫ алған, дауалау физкультураһы кабинетына адаптив физик культура дәрестәре өсөн яңы ҡоролма ҡуйылған, һанлы техника менән йыһазландырылған лабораториялар, оҫтаханалар барлыҡҡа килгән. Былар бөтәһе лә белем биреү-реабилитация барышының сифатын күтәрергә, уҡыу­сыға киләсәк һөнәренә әҙерләнергә, тормошта үҙ урынын табырға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас