Сара 12 октябргә тиклем дауам итәсәк. Һәр белем усағы ниндәй фәндән ҡасан тикшереү эшен үткәреүҙе үҙе билдәләй. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Анзор Музаев белдереүенсә, был эштәр һөҙөмтәһе буйынса журналға ла, көндәлектәргә лә билдә ҡуйылмаясаҡ. Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре былтырғы уҡыу йылы материалдары буйынса уҙғарыла. Уҡыусылар белемдәрен тикшереп ҡараясаҡ, һәр кем үҙенә ниндәй темалар өҫтөндә нығыраҡ эшләргә кәрәклеген асыҡлаясаҡ, уҡытыусылар ҙа һығымталар яһаясаҡ.
Белем биреү сифатын баһалау федераль институты директоры Сергей Станченко ошо темаға арналған матбуғат кәңәшмәһендә, контроль эштәр буйынса түбән һөҙөмтәләр күрһәткән 250 мәктәп "Мәғариф" милли проекты буйынса адреслы ярҙам аласаҡ, тип белдергән.