+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
22 Сентябрь 2020, 12:50

Финалсыларҙы "Артек" көтә

"Рәсәй - мөмкинлектәр иле" проекты сиктәрендә VIII-X синыф уҡыусылары араһында "Ҙур тәнәфес" тигән конкурс иғлан ителгәйне. Кисә Үҙәк, Волга буйы, Көньяҡ федераль округтарында бер юлы уның ярымфиналы башланды.

Илдең был төбәктәрендәге ярымфинал 23 сентябрҙә тамамланасаҡ. 25 октябргә тиклем илдең бөтә округтарында ла ярымфинал бәйгеләре үтеп бөтә. Финалға 1 мең 200 уҡыусы һайлап алынасаҡ. Ноябрь башында улар Мәскәүҙә йыйыласаҡ һәм "Ҙур тәнәфес"тең төп приздары өсөн конкурста ҡатнашасаҡ. Унынсыларға - 1 миллион, VIII-IX cиныфтағыларға 200 мең күләмендә аҡсалата премия, әлбиттә, уҡырға инеү өсөн өҫтәмә балдар, бөтә финалсыларға "Артек"ка юллама ҡаралған. Шәп! Беҙҙең республиканан ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ.
Конкурс 9 тематик йүнәлеш буйынса үтә: яңы медиа, экология, сәнғәт һәм ижад, фән һәм техника, тарих, сәләмәт тормош, изгелек, йәшәү мөхите.
Фото: Бәйләнештә.
Читайте нас: