+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
24 Сентябрь 2020, 23:21

Эшлекле форум

Республикала Башҡорт теле йылы бара. Ошо айҡанлы Красноусолда башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара форумы уҙа. Был сара Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған. Йыйын тураһында редакциябыҙҙың күптәнге дуҫы, Өфөләге 35-се белем биреү үҙәге уҡытыусыһы Эльза Юрис ҡыҙы Толомбаева үҙ фекерен белдерҙе.

- Форум юғары кимәлдә ойошторолған. Көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән. Уҡытыусылар оҫталыҡ дәрестәренә, тренингтарға, консультацияларға инеп, үҙҙәренең белем кимәлен күтәрҙе, күп һорауҙарына яуаптар алды, яңы, заманға ярашлы эш алымдарына өйрәнде. Тәжрибәле, төрлө алымдарҙы әүҙем ҡулланып эшләгән уҡытыусы ла үҙенә бик күп асыш яһағандыр, - тине ул.
Сарала башҡорт теле һәм әҙәбитәте уҡытыусылары, район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтарының туған телдәр өсөн яуаплы белгестәре һәм методистары, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" төбәк-ара конкурсы еңеүселәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре - дөйөм алғанда 250-ләп кеше ҡатнаша.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров башҡорт теле уҡытыусылары форумының Башҡортостан Республикаһы көнө, Уҡытыусылар көнө алдынан уҙыуы оло мәғәнәгә эйә. Мөһим сара белем усаҡтарында башҡорт теленең дәүләт теле һәм туған тел булараҡ та өйрәнелеүенә тейешле шарттарҙы арттырырға булышлыҡ итеренә ышанабыҙ, - тип белдерҙе.

Читайте нас: