Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров әйтеүенсә, башҡорт теле дәрестәрен заманса технологиялар, яңы алымдар файҙаланып үткәреү һәйбәт һөҙөмтә бирәсәк.
- Уҙған йылда "Интерактив башҡорт теле" проекты 71 мәктәптә апробация үтте. Уны республиканың бөтә мәктәптәренә лә индерергә уйлайбыҙ. Был алым балаларға ҡыҙыҡлы формала бирелгән, интерактив видеояҙмалар ҡулланылған. Өйҙәме, урамдамы, интернетҡа сығыу мөмкинлеге бар икән, "Интерактив башҡорт теле" ҡушымтаһына инеп, күнегеүҙәр эшләргә, шунда уҡ тикшереп, баһа алырға мөмкин. Бындай ҡушымталар байтаҡ. Дәрестәрҙә генә түгел, мәҙәни сараларҙа ла телде өйрәнеүҙе дауам итергә мөмкин. Әйтәйек, өҫтәмә белем биреү тураһында һүҙ алып барғанда, мәҫәлән, көрәш секцияһында ла башҡорт һүҙҙәренә һөйөү уятыу мөмкинлеге бар, - ти ул.
Тәжрибә уртаҡлашырлыҡ алдынғы уҡытыусылар ҙа етерлек республикала. Өфө кадет корпусынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнилә Фәтхетдинова төрлө милләт егеттәренә телебеҙҙе өйрәтә:
- Беҙҙә республиканың төрлө райондарынан, Өфөнән,хатта Мәскәүҙән, Волгоградтан, Пензанан, Ырымбурҙан уҡыусылар бар. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнәләр. Йыл һайын олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар алып торалар. Бигерәк тә Владислав Шильков, Бәхтиәр Моратов, Сыңғыҙ Иҫәндәүләтовтар менән ғорурланабыҙ.
Әле форум тамамланыуға табан бара. Башҡорт теле уҡытыусылары йыйынына Республика Башлығы Радий Хәбиров та барған.