Пандемия арҡаһында дистанцион уҡыуға күсеү тураһында имеш-мимештәр ишетелеп ҡала. Әммә Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Сергей Кравцов илдәге эпидемиологик хәлгә ҡағылышлы кәңәшмәлә, яҙ көнөндәге кеүек дөйөм дистанцион уҡыуға күсеү тураһында һүҙ бармай, тип белдергән. Әле Рәсәй буйынса карантинға ябылған мәктәптәр һаны 100-ҙән ашты (ковид буйынса түгел!). Ҡайһылары яңынан асылған. Айырым синыфтар ябылған осраҡтар ҙа бар. Санитар ҡағиҙәләр буйынса синыфтағы уҡыусыларҙың 20 процентынан күбәрәге бер үк ваҡытта киҫкен респиратор ауырыу йәки грипп менән сирләһә, карантин иғлан ителә.