Ә бына дүртенселәр һәм бишенселәр өсөн Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре уҙғарыла. Әммә уның буйынса ҡуйылған баһаларҙы сиреккә йәки йыллыҡҡа билдә ҡуйғанда мотлаҡ иҫәпкә алыу тураһында Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәтенең рекомендацияһы юҡ. Быны һәр белем усағы үҙенсә хәл итә икән.