+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
10 Ноябрь 2020, 12:34

Кемдәр еңеүсе?

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыусылар араһында Башҡорт теле йылына арналған дистанцион фәнни-ғәмәли конференция ойошторғайны.

Уны зоналарға бүлеп үткәреү бик күп ҡатнашыусыларҙы йәлеп иткән. Сентябрь, октябрь айҙарында Асҡын, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Бөрө, Благовар, Бүздәк, Благовещен, Борай, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондары, Ағиҙел, Нефтекама, Октябрьский, Өфө ҡалалары уҡыусыларының эштәре тикшерелгән. Ноябрь, декабрь айҙарында ҡалған район-ҡалаларҙан ҡатнашыусыларҙың эштәре ҡабул ителәсәк. Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, уҡыусылар тикшеренеү эштәрен дүрт йүнәлештең береһенә яҙа ала: "Башҡорт теле - ата-бабам теле", "Минең шәжәрәм", "Беҙҙең райондан сыҡҡан башҡорт халҡының күренекле шәхестәре", "Тыуған яғым топонимдары".
Иң уңышлы эштәр авторҙарына министрлыҡтың дипломдары һәм бүләктәре тапшырыласаҡ. Тәүге еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Ошо приказда уларҙың исемлеге менән танышырға мөмкин.
Читайте нас: