Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 823 уҡыусы гаджеттар менән тәьмин ителде. Билдәле булыуынса, әле тағы уҡыусылар 22 ноябргә тиклем дистанцион уҡыуға күсерелде. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Өйҙә уҡырға ярҙам ит" акцияһы буйынса аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән йәнә 200 балаға гаджеттар тапшырылған. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беренсе сиратта IX синыф уҡыусылары тәьмин ителә. Ярҙамға мохтаж ғаиләләр исемлеген район һәм ҡала мәғариф бүлектәре төҙөй.