+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
19 Ноябрь 2020, 13:05

Студенттар араһында башҡорт теле буйынса олимпиада

Урта һөнәри белем биреү учреждениеларының I, II курс студенттары араһында башҡорт теле буйынса дистанцион олимпиада үткәреләсәк.

Ул 25-27 ноябрҙә ООО «ЯКласс» платформаһында ойошторола. Ике йүнәлештә буласаҡ: башҡорт телен туған тел булараҡ һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе студенттар араһында. Олимпиада өс турҙан тора. Ҡатнашырға теләүселәргә ООО «ЯКласс» платформаһында теркәлергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма аша инеп ҡарағыҙ.
Сараның маҡсаты - башҡорт теле буйынса төплө белемле һәләтле йәштәрҙе асыҡлау.
Читайте нас: