+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
19 Ноябрь 2020, 11:03

«Йондоҙлоҡ» олимпиадаһында көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ!

«Йондоҙлоҡ» балалар һәм йәштәрҙең уҡыу-тикшеренеү проекттары Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында ҡатнашҡығыҙ килһә, 25 ноябргә тиклем ғариза бирергә өлгөрөп ҡалағыҙ. Бында 10-дан алып 18 йәшкә тиклемгеләр көсөн һынап ҡарай ала.

Олимпиада ике этапта үтәсәк. Тәүгеһе – 25 ноябргә тиклем проект өҫтөндә эшләү, башҡарылған проект буйынса видеопрезентация яһау.
Икенсе этап (йомғаҡлау) 1 декабрҙә үтәсәк, иң яҡшы проекттарҙың презентацияһы онлайн күрһәтелә, уларҙы яҡлау zoom аша үтәсәк. Проекттар гугл-диск аша түбәндәге һылтанма буйынса https://drive.google.com/drive/folders/1MOE_M5TXtSWd-.. ҡуйыла.
Олимпиада түбәндәге йүнәлештәр буйынса уҙасаҡ:
  1. «Энергия һәм кеше»;
  2. «Йыһан лабораторияһы» – йыһанда тәбиғи фәндәр»;
  3. «Физик лаборатория»;
  4. «Астрономия»;
  5. «Космонавтика» – планета-ара осоштар һәм йыһан проекттары»;
  6. «Кеше һәм йыһан»;
  7. «Программалау»;
  8. «Мәғлүмәт технологиялары»;
  9. «Презентация».
  10. Олимпиаданың жюри составына республиканың алдынғы уҡыу йорттары педагогтары ингән. Республика этабында еңеүселәрҙең эштәре Бөтә Рәсәй кимәленә ебәреләсәк. Конкурс тураһында мәғлүмәтте «Бәйләнештә» селтәрендә https://vk.com/rtekhnopark төркөмөндә алырға мөмкин.
    Читайте нас: