Яңы коронавирус инфекцияһы арҡаһында республикала үткән уҡыу йылында уҡ уҡыусылар дистанцион режимға күсергә мәжбүр булғайны. Әлеге ваҡытта VI - X синыфтар өйҙән уҡый. Ләкин министр әйтеүенсә, дистанцион уҡыу сифатын мәктәптә уҡыу менән сағыштырып булмай. Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре һөҙөмтәләре лә уҡыу сифатының түбәнәйеүе тураһында һөйләй. Сентябрҙә үткән тикшереү эштәре буйынса унынсыларҙың белем кимәле былтырғы менән сағыштырғанда насарыраҡ булған.
"Ҡайһы бер дәрестәр уҡытыусының һөйләүе менән генә үтә, балаларҙың уҡыу материалын нисек үҙләштереүе тураһында белеп булмай, был бик етди мәсьәлә", - тип белдергән республиканың мәғариф буйынса етәксеһе.