+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
27 Ноябрь 2020, 19:13

Кемдер - мәктәптә, кемдер өйҙә уҡыясаҡ

Күптәр алдағы аҙнанан өйҙән уҡыу туҡтатылыр тип көткәндер.

Әммә республиканың оператив штабы ҡарары буйынса VI-VIII синыф уҡыусылары 6 декабргә тиклем өйҙән уҡыясаҡ әле. Ә аҙ комплектлы мәктәптәр ғәҙәттәгесә уҡыуҙы дауам итәсәк. Бер яңылыҡ бар: коронавирус таралыу коэффициенты 0,5-тән артмаған район-ҡалаларҙа ла уҡыусылар мәктәптә уҡый башлаясаҡ. Улар иҫәбенә Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Учалы, Хәйбулла һәм Саҡмағош райондары һәм Сибай, Межгорье ҡалалары инә.
Икенсе сирек, уҡыу йылының тәүге яртыһы бөтөргә лә бер ай ғына ваҡыт ҡалып бара. Билдәләр алып өлгөрҙөгөҙмө, өйҙә уҡыусылар?
Фото: Башинформ.
Читайте нас: