9 ноябрҙән бирле VI-X синыфтар өйҙән уҡығайны. Күптәрҙең фекеренсә, белем алыуҙың был формаһы белем сифатын төшөрөүгә килтергән. Шуға ла мәктәптә уҡый башлау тураһындағы хәбәр ҡыуандыра, әлбиттә. Әммә коронавирус бер ҡайҙа ла китмәгән әле, былай хәл тотороҡланған, тиҙәр. Республика Башлығы белем усаҡтарында инфекция таралыуына ҡаршы санитар-гигиена сараларын үтәүҙе контролдә тоторға ҡушты.