Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына инергә йыйынған уҡыусылар өсөн Берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро 31 майҙан 2 июлгә тиклем, ә өҫтәмә осоро 12 – 17 июлдә уҙасаҡ. Был турала мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.
Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле туғыҙынсы һәм ун беренсе синыфтар өсөн һынауҙарҙы ваҡытынан алда тапшырыу осоро булмай.
Юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаған сығарылыш синыфы уҡыусылары урыҫ теленән һәм математиканан ғына Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра.
Әлеге уҡыу йылында база кимәлендәге математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы үткәрелмәй.
XI синыфтар өсөн Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашырға мөмкинлек биргән йомғаҡлау иншаһы һәм изложение апрель уртаһында уҙасаҡ.
IX синыфтарға төп дөйөм белем биреү тураһындағы аттестат ике мотлаҡ фән – урыҫ теле һәм математика буйынса һынау һөҙөмтәләре нигеҙендә бирелә. 2021 йылда туғыҙынсыны тамамлаусылар Төп дәүләт имтиханында һайлау буйынса уҡыу фәндәрен тапшырмай.