+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
29 Декабрь 2020, 14:02

Башҡорт телен белгән тәрбиәселәр әҙерләнәсәк

"Өйҙә башҡортса ғына һөйләшәбеҙ ҙә ул, балалар баҡсаһына йөрөтә башлағас, урыҫсаға күсте лә ҡуйҙы", - тиеүселәр ҡала ерендә әҙ түгел.

Сөнки, ҡыҙғанысға ҡаршы, күпселек балалар баҡсаларында аралашыу урыҫса, саралар ҙа башҡортса үтмәй тиерлек. Шулай булғас, башҡорт телен белгән бала ла икенсе телгә күсә инде.
Өйҙә генә башҡортса һөйләшеү етмәй. Башҡорт мөхите һәр ерҙә кәрәк: балалар баҡсаһында, мәктәптә...
Ошо йәһәттән бик ҡыуаныслы яңылыҡ бар. Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында 2021-2022 уҡыу йылында балалар баҡсалары өсөн башҡорт телен белгән тәрбиәселәр әҙерләй башлаясаҡтар. «Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәте, мәктәпкәсә белем биреү», «Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы» тигән ике профилле бакалавриатҡа студенттар ҡабул ителәсәк.
"Һәр төркөмдә −14 бюджет урыны. Ҡабул итеү имтихандары: урыҫ теле (БДИ), йәмғиәтте өйрәнеү (БДИ), башҡорт теле һәм әҙәбиәте (яҙма). Был йүнәлеште тамамлаған белгестәр милли балалар баҡсалары тәрбиәселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, милли мәктәптәрҙең башланғыс синыф уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү ойошмаларында, мәғариф бүлеге белгестәре, мәктәпкәсә йәштәге белем биреү һәм башланғыс синыфтар буйынса методист булып эшләй ала", — тип белдергән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса проректоры Винер Шәйәхмәтов.
Читайте нас: