+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
11 Ғинуар 2021, 17:26

I синыфҡа ҡабул итеү тәртибе үҙгәрә

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының 458-се бойороғо буйынса 2021 йылда балаларҙы I синыфҡа ҡабул итеү ҡағиҙәләре үҙгәрә.

Быға тиклем ата-әсәләрҙән ғаризалар 1 февралдән ҡалмай ҡабул ителә башлаһа, быйыл 1 апрелдән генә яҙырға мөмкин буласаҡ. Үҙе йәшәгән урынға яҡын мәктәпкә, шулай уҡ апай-ағайҙары уҡыған белем усағына алыныу буйынса өҫтөнлөктәре булған балалар өсөн документтар тапшырыу ваҡыты нәҡ 1 апрелдән башлана һәм 30 июндә тамамлана. Мәктәпкә ҡабул итеү тураһындағы документты директор 30 июндән һуң 3 көн эсендә әҙерләргә тейеш. Йәғни тәүҙә документтар ҡабул ителә, шунан һуң ғына бойороҡтар сығарыла башлай.
Ә бына йәшәгән урыны буйынса мәктәпкә беркетелмәгән осраҡта ғаризаны 6 июлдән бирергә кәрәк. Һеҙ теләгән белем усағында урын булһа, баланы уҡырға алырға тейештәр. Урын юҡ икән, мәғариф идаралығы икенсе мәктәпкә урынлашырға ярҙам итә.
Фото: Yandex.ua
Читайте нас: