+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
12 Ғинуар 2021, 12:18

Уҡыусыларҙың һанлы биографияһы буласаҡ

Кисә "Российская газета"ға биргән интервьюһында Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры Сергей Кравцов уҡыусыларҙың һанлы биографияһы тураһында ла әйтеп үтте.

Быға тиклем абитуриенттар юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә өҫтәмә балл алыр өсөн дипломдарын, сертификаттарын йыйып килтерә ине. Хәҙер һәр уҡыусы бөтә ҡаҙаныштарын бергә туплап, электрон вариантта тәҡдим итәсәк. Шулай итеп, һәр уҡыусыға электрон партфолиоһын булдырырға кәрәк.
Киләсәктә уҡыусының белемен, уңышлылығын уның "һанлы биографияһы" буйынса билдәләү механизмын да индерергә уйлайҙар икән. Уныһы нисегерәк була, тиһегеҙме? Сергей Кравцов әйтеүенсә, үтелгән дәрестәр, алған билдәләр, темаларҙы өйрәнеү тәрәнлеге, эштәрҙең ҡатмарлылығы, имтихан, олимпиада, WorldSkills чемпионаттары һөҙөмтәләре - бөтә мәғлүмәт йыйылып, анализланасаҡ. Был иһә мәктәптә һәр балаға айырым белем биреү маршруты төҙөргә мөмкинлек бирә. Уҡытыу программаһының һөҙөмтәлелеген дә билдәләп, кәрәк икән уны камиллаштырып буласаҡ.
"Уҡыусыға автоматик режимда аңламай ҡалған темаһы буйынса материалдар тәҡдим ителәсәк йәки тәрәнерәк өйрәнеү өсөн эштәр бирелә. Йәғни һанлы технологиялар ярҙамында белем биреүҙә һәр уҡыусыға шәхсән, тимәк, һөҙөмтәле лә, ҡараш буласаҡ", - ти министр.
Читайте нас: