+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
14 Ғинуар 2021, 13:41

Олимпиадалар башланды

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы башланды.

12, 13 ғинуарҙа француз теленән үтһә, бөгөн - урыҫ әҙәбиәтенән, иртәгә иһә урыҫ теленән була. Төбәк олимпиадаһы 24, 25 ғинуарҙа испан, ҡытай, итальян телдәре буйынса бәйге менән тамамланасаҡ.
Әйткәндәй, үткән уҡыу йылында бәйгелә ил буйынса 140 меңдән ашыу IX-XI синыф уҡыусыһы ҡатнашҡан. Белемеңде тикшереп, үҙеңде һынап ҡарау өсөн бик шәп инде, тик тәүҙә мәктәп, муниципаль этаптарында еңергә кәрәк әле. Призлы урын алһаң йә еңеүсе булһаң, юғары уҡыу йортона ингәндә лә файҙаһы тейә.
Коронавирус пандемияһы шарттарында олимпиадалар эпидемиологик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп ойошторола.
Читайте нас: