Быйыл математиканан база кимәлендәге БДИ үткәрелмәй икән. Йәғни юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр урыҫ теленән һәм үҙҙәре ниндәй йүнәлеш һайлайҙар, шул фәндәрҙән генә Берҙәм дәүләт имтиханы бирәсәк. Был турала Сергей Кравцов Хөкүмәт брифингында айырым әйтеп үткән.