+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
23 Ғинуар 2021, 11:43

Республика мәктәптәрендә тематик шәмбеләр тергеҙелә

Бөгөндән, 23 ғинуарҙан, Башҡортостан мәктәптәрендә тематик шәмбеләр ҡабаттан тергеҙелә. Был хаҡта ата-әсәләрҙең дөйөм республика онлайн-йыйылышында билдәле булды.

Хәбәр итеүҙәренсә, башланғыс синыфтар өсөн – урамда күңелле спорт байрамы, урта синыфтарға – өҫтәмә дәрестәр һәм синыф сәғәттәре, өлкән синыфтарға һөнәр һайлауға бәйле саралар үтәсәк. Сараларҙа булыу мотлаҡ.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, БДИ-ға ғариза биреүгә бер аҙна ғына ҡалды. Сығарылыш синыф уҡыусыларына ярҙам итеү йәһәтенән был шәмбелә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары хаҡында презентациялар күрһәтеләсәк.
Читайте нас: