+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар алты көн уҡырмы?

Бөгөн Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров белем усаҡтарында дүртенсе сиректә шәмбе көндәрендә лә уҡыуҙы тергеҙергә тәҡдим иткән. Әммә был мәсьәлә буйынса мәктәптәр атай-әсәйҙәр менән дә кәңәшләшеп, үҙҙәре ҡарар ҡабул итергә тейеш, тип белдергән.

"Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү өсөн шәмбе көндәрендә лә уҡырғамы әллә икенсе ысулдар табырғамы? Коронавирус пандемияһы арҡаһында балаларҙың яҙмыштары боҙолорға тейеш түгел, йәғни уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханында яҡшы балдар йыйып, һәйбәт юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеген алһын, - тип иҫәпләй республика етәксеһе. - Белем усаҡтарына шәмбе көндәрендә уҡыу буйынса ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирергә кәрәк, әммә был бер тапҡыр ғына, ковид осоронда, ваҡытлыса ошо йылдың IV сирегендә генә буласаҡ."
Читайте нас: