Конкурс шарттары буйынса уҡытыусылар милли костюмды йә уның бер элементын оригиналь итеп презентацияларға, уның билдәле бер урынға ғына хас булған үҙенсәлектәрен яҡтыртырға, педагогик эшмәкәрлектә ҡулланыу мөмкинлеген күрһәтергә тейеш.
Баһалама ағзалары конкурсанттарҙың сығышын креативлығы һәм сағыулығы, этномәҙәни үҙенсәлеге, башҡорт милли костюмын, уның билдәле бер урынға ғына хас булған үҙенсәлектәрен белеү кимәле, күрһәтелгән тәжрибәнең методик ҡиммәте, образдың гармонияһы йәһәтенән баһалаясаҡ.
"Йәншишмә" гәзите менән хеҙмәттәшлек иткән һәм матбуғатты таратыу буйынса әүҙемлек күрһәткән уҡытыусылар ҙа ҡатнаша был һөнәри бәйгелә. Мәҫәлән, Дүртөйлө ҡалаһындағы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһынан Руфина Зәки ҡыҙы Камалова, Илеш районы Ишҡар мәктәбенән Гүзәл Мәнәүир ҡыҙы Саҙретдинова, Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина, Бишбүләк районы Ҡаныҡай мәктәбенән Дилара Миңнулла ҡыҙы Батраева һәм Әлшәй районы Шафран мәктәбенән Ләйсән Миңлебай ҡыҙы Хәлимова ла бар араларында. Һай, афариндар! Уңыштар һеҙгә, еңеүҙәр яуларға яҙһын!