+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
16 Марта 2021, 05:46

Берҙәм дәүләт имтиханымы әллә?..

"MAXIMUM Education" мәғариф компанияһы 9-11 мартта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1 мең сығарылыш синыф уҡыусыһы араһында һораулама үткәргән. Берҙәм дәүләт имтиханы менән Дәүләт сығарылыш имтиханы араһында һайлау мөмкинлеген киләсәктә лә ҡулланырға кәрәкме, тигән һорау биргәндәр.

Респонденттарҙың 62 проценты тирәһе, был практиканы һаҡларға кәрәк, тип яуап биргән. Шулай ҙа Дәүләт сығарылыш имтиханын һайлаған һәр унынсы уҡыусы тиерлек киләһе йылда юғары уҡыу йортона инеү өсөн Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға уйлай икән. Респонденттарҙың 44 проценты мәктәптән һуң техникум йәки колледжға инергә теләй. 13 проценты иһә алдағы йылда БДИ тапшырып юғары уҡыу йортона инергә иҫәпләй. Дәүләт имтиханы бирергә йыйынған уҡыусыларҙың 18 проценты киләсәген билдәләмәгән әле.
Һораулама һөҙөмтәһе буйынса уҡыусыларҙың 84 проценты Дәүләт сығарылыш имтиханы нимә икәнен белә, әммә 46 проценты мәктәпкә был турала уларға әйтмәүҙәрен билдәләй. Респонденттарҙың 54 процентына иһә был имтихан тураһында белем усағында һөйләгәндәр. Уҡыусыларҙың 17 проценты Дәүләт сығарылыш имтиханын бирәсәктәрен белдергән.
Шулай уҡ ун беренселәрҙән һынауға нисек әҙерләнеүҙәре тураһында ла һорашҡандар. Уҡыусыларҙың 40 проценты уҡытыусылар ярҙамына ышана, 39 проценты социаль селтәрҙәрҙе, YouTube каналын файҙаланып, үҙ аллы шөғөлләнәсәк. 13 проценты репетиторҙарға мөрөжәғәт итергә уйлай, 8 проценты курстарға йөрөйәсәк.
Ә бына респонденттарҙың 72 проценты түләүһеҙ уҡыуға инергә тейешле балл йыйыр өсөн Берҙәм дәүләт имтиханына репетитор, курстарһыҙ әҙерләнеү мөмкин түгел, тип уйлай. 23 проценты ғына мәктәптә әҙерләнеү ҙә етә, тип иҫәпләй.
Һеҙҙең был турала фекерҙәрегеҙ нисек?
Фото: englishyou.ru
Читайте нас