+14 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
17 Марта 2021, 05:51

Әлшәйҙә предуниверсарий селтәре булдырыла

Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында һәм Шафран мәктәбендә Өфө дәүләт нефть техник университетының «Next Generation» предуниверсарий селтәрен булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Был проект Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡтағы филиалы менән берлектә ғәмәлгә ашырыласаҡ. Ошо килешеүгә ярашлы, уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ, физика, химия, информатика фәндәрен тәрәнәйтеп өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленәсәк. Техник йүнәлештәге юғары уҡыу йорттарына әҙерлек, һөнәр һайлау буйынса ла эштәр алып барыласаҡ.
Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы һәм Шафран мәктәбе селтәрле предуниверсарий булдырыу буйынса белем биреү проектын тормошҡа ашыра башлаясаҡ 11 белем усағы иҫәбенә инде.
Читайте нас